Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы тағы ла 672 кешегә ҡуйылған

Бөгөн стационарҙарҙа 574 пациент дауалана.Уларҙың 371-һе – 60 йәштән өлкәндәр. 100 сирле ауыр хәлдә, бишәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына тоташтырылған. Тағы ла 7 146 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 711 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекциянан 33 кеше вафат булған.

Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн 2 484 667 кешегә профилактика сараһы уҙғарыу мотлаҡ. Бөгөнгә Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы 2 454 788 вакцина килтерелгән.

1-се компонентты 1 934 880 яһатып өлгөргән. 1 667 185 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек дауамында республиканың медицина учреждениеларына прививка ҡаҙатыу өсөн 30 488 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы тағы ла 672 кешегә ҡуйылған

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ