Хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнгән намыҫһыҙ ойошмалар юҡ ителә

Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Ведомствола бөгөн хеҙмәт именлеге буйынса иң яҡшы белем биреү ойошмаһы конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Быйыл унда 12 уҡыу йорто ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе белгестәр әҙерләүгә яуаплы ҡарауы менән билдәле.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре фекеренсә, республикала хеҙмәт именлеге өлкәһендә белем камиллаштырыу менән шөғөлләнгән ойошмалар күп, араларында тейешле әҙерлек үткәрмәйенсә таныҡлыҡ менән генә сауҙа итеүселәр ҙә юҡ түгел. Республикала әле ундай ойошмаларҙан эҙмә-эҙлекле арыныу сәйәсәте алып барыла.

Республикала Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хеҙмәт именлеге өлкәһендә белем камиллаштырыу буйынса аккредитация үткән 95 ойошма иҫәпләнә, юридик адресы буйынса 41-ен генә таптыҡ. Уларҙың яртыһынан күбеһе таныҡлыҡ менән сауҙа итеүе мәғлүм. Бындай яуапһыҙлыҡтың икенсе яғы фажиғә менән бәйле булыуы ихтимал. Хеҙмәт именлеге өлкәһендә әҙерлек үтмәгән белгес бәләгә тарыуы бар бит. Кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡаһында кеше үлеп китә. Ысынбарлыҡта уны эш урынында үҙен нисек тоторға кәрәклеге тураһында береһе лә уҡытмаған килеп сыға. Шуға ла беҙ 4 йыл рәттән инде ошондай конкурстар уҙғарып, намыҫһыҙ ойошмаларҙан арыныу сәйәсәтен алып барабыҙ.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Бүләкләнеүселәр араһында Өфө дәүләт нефть техник университетының хеҙмәт именлеге буйынса тармаҡ белгестәрен әҙерләү үҙәге лә бар. Үҙәктә уҡытыу махсус программа буйынса алып барыла.

Был программа буйынса планлаштырылған бөтә дәрестәрҙе лә уҙғарырға кәрәк. Программа бушҡа ғына төҙөлмәй бит. Уның нигеҙендә һәр предприятиеның үҙенсәлектәренән сығып уҡыу программаһы төҙөлә. Тайпылышһыҙ, йәғни дәрестәр һаны ҡыҫҡартылмай ғына әҙерлек алып барылһа, был өлкәлә лә тәртип булыр тип ышанам.

Наил Абдрахманов, Өфө дәүләт нефть техник университетының хеҙмәт именлеге буйынса белгестәр әҙерләү һәм тикшереү үҙәге етәксеһе
Фото №1 - Хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнгән намыҫһыҙ ойошмалар юҡ ителә

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ