Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә ғилми-ғәмәли конференция үтте. Филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Башҡорт дәүләт университеның филология һәм журналистика факультетын асыуға күп көс һала. Тәүге йылдарҙа факультет деканы вазифаһын да башҡара.
2000 йылдан «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына тиклемге башҡорт әҙәбиәте» кафедраһын етәкләй. 1977 йылда – кандидатлыҡ, ә 1998 йылда «XIX быуат-XX быуаттар башында башҡорт поэзияһының жанр системаһы үҫеше» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ғиниәт Сәфиулла улы бөгөн башҡорт әҙәбиәтенә яңы белгестәр әҙерләүҙән тыш, әүҙем йәмәғәт тормошон да алып бара.
Азат Ғәлиуллин




