Республика етәксеһе унда Кузбасс халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
«Башҡортостандың барлыҡ халҡы исеменән «Листвяжная» күмер шахтаһында кешеләр һәләк булыу сәбәпле, тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Был фажиғә беҙҙең йөрәктәрҙе тетрәндерҙе. Беҙ Кузбасс халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ. Һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындарына түҙемлек, рухи көс һәм сабырлыҡ. Зыян күреүселәрҙең тиҙ арала һауығып сығыуҙарын теләйем», тиелә Башҡортостан башлығы телеграммаһында.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса шахтала сыҡҡан янғында 11 кешенең ғүмере өҙөлгән, 40-тан ашыу кеше ҡазаланған.




