Ҡурҡыныс сир билдәләре ике тиҫтәгә яҡын шәхси һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарындағы 200 баш малда табылған. Әлеге ваҡытта малдарҙың барыһы ла юҡ ителгән, ҡалғандарына хәүеф янамай.
Бөгөн район хакимиәте вәкилдәре һәм ветеринарҙар эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ менән осрашҡан. Шулай уҡ сирҙең артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында тораҡ пункттарға постар ҡуйылған. Осраҡ буйынса районда карантин иғлан ителгән.
Илдар Байбулатов




