Республика бюджеты киләһе йылға 15 миллиард һум дефицит менән ҡабул ителә

Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа бюджет тураһындағы закон проектын ҡарағандан һуң белдерелде. Парламент ултырышында башҡа ҡануни документтар ҙа тикшерелде. Бөтәһе 50-гә яҡын мәсьәлә, иҡтисади йүнәлештәгеләр ҙә, социаль өлкәгә ҡағылғандары ла бар. Төп үҙгәрештәр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Пандемия шарттарында бюджет тураһындағы закон проекты ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки төбәктең иҡтисади тотороҡлоғо бөтәһен дә борсой. Әммә белгестәр фекеренсә, хәүефләнергә урын юҡ. Финанс документтың дефицит менән ҡабул ителеүе билдәле нормаларҙан артмай, икенсенән федераль ҡаҙнанан ҙур ярҙам күрһәтелә, дотациялар бирелә. Шуға күрә социаль йөкләмәләрҙе үтәү менән бәйле ҡатмарлыҡтар булмаҫ тип көтөлә.

Социаль өлкә тураһында һүҙ барғанда, парламенттың бөгөнгө ултырышында етем балаларҙың торлағын ремонтлауға бүленгән аҡса күләмен арттырыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Депутаттар әйтеүенсә, финанслау 2014 йылдан уҡ үҙгәрмәгән, ә 7 йыл элек билдәләнгән суммаға әлеге ваҡытта ремонт эштәре башҡарырлыҡ түгел. Шуға күптәр был аҡсаны юллап та тормай. Яңы ҡануни документҡа ярашлы, финаслау арттырыла.

Йәмәғәтселек араһында ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырған ҡануни проект куар-кодтар менән бәйле. Был тәү сиратта технологик процесҡа, йәки ҡулланыу үҙенсәлектәренә ҡағыла . Сөнки барыһының да смартфондары юҡ, шуға күрә ҡағыҙға баҫылғанды файҙаланыу мөмкинлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Был һорауҙарҙың барыһын да һөйләшеп, фекер алышып хәл итергә мөмкин. Сөнки әле уртаҡ маҡсат булып сирҙе еңеп сығыу бурысы тора.

Йылдам үҫеш биләмәларе резиденттарына һалым ставкаһын кәметеү, экскурсия үткәреүселәр һәм тәржемәсе гидтарға мәжбүри аттестация индереү, йәштәр сәйәсәте өлкәһендә үҙгәрештәр. Депутаттар ҡарамағына бөтәһе 50-гә яҡын ҡануни документ сығарылды. Автоһөйөүселәр өсөн дә яңылыҡ бар, транспорт сараһына автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау алдынан техник тикшереү үтергә кәрәкмәй. Йәғни был положениены алып ташларға тәҡдим ителә.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында ҡаралған төп ҡануни документ бюджет менән бәйле. Әммә башҡа мөһим закон проекттары ла бар. Мәҫәлән, ауыл туризмы тураһында. Федераль кимәлдәге үҙгәрештәргә ярашлы был өлкә хәҙер өҫтөнлөклө йүнәлеш булып иҫәпләнә һәм киләсәктә ауыл туризмы буйынса уңышлы проекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү алымдары ла билдәләнә.

Фото №1 - Республика бюджеты киләһе йылға 15 миллиард һум дефицит менән ҡабул ителә

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ