Социаль программа ярҙамында газ үткәреү еңелләшә

Башҡортостанда тораҡ пункттарға газ үткәреү социаль программаһында ҡатнашыусылар өсөн күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү мөҙҙәте ҡыҫҡара. Был турала Росреестрҙың республика идаралығы, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, Архитектура һәм төҙөлөш министрлыҡтары менән «Газпром» йәмғиәте вәкилдәре килеште.

Зәңгәр яғыулыҡ селтәренә тоташтырыу өсөн йорт мотлаҡ рәүештә иҫәпкә ҡуйылырға, ә уға хоҡуҡтар рәсми теркәлергә тейеш. Росреестр идаралығының башланғысы газ үткәреү программаһын тиҙләтеү бурысын ҡуя.

Ҡыҙғанысҡа бигерәк тә ауыл ерендә халыҡ мөлкәтен рәсми иҫәпкә ҡуйырға ашыҡмай. Газ селтәренә тоташтырыу өсөн хоҡуҡтар рәсми теркәлергә тейеш. Программаға эләгеү өсөн мөлкәтте законлаштырыу тәҡдим ителә. Эштәр ыңғайыраҡ барһын өсөн беҙҙең идаралыҡ милеккә хоҡуҡ теркәү мөҙҙәтен ҡыҫҡарта.

Наталья Шаһиева, Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы
Фото №1 - Социаль программа ярҙамында газ үткәреү еңелләшә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ