35 метрлыҡ ҡупшыҡай Благовещен урманынан килтерелгән. 85 йыл элек ултыртылған мөһабәт ағасты Өфөгә килтереп еткереүгә 20 хеҙмәткәр, 2 автокран һәм башҡа ауыр техника, УАЗ микроавтобустары йәлеп ителгән.
Шыршыны майҙанға ҡуйыуҙа тағы ла 15 кеше, 2 автокран, автогидрокүтәргес, Камаз йөк автомобилдәре ҡатнашҡан. Билдәләнеүенсә, шыршыны килтергәндә насар һауа шарттары, ҡалын ҡар ҡатламы һәм ерҙең әлегә туң булмауы ярайһы ҡыйынлыҡтар тыуҙырған.
Гөлдәриә Йосопова







