Ғәскәровсылар Босния һәм Герцеговина илендә сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Босния һәм Герцеговина илендә сығыш яһаны. Европаға гастролдәр «Рәсәйҙең рухи мәҙәниәт көндәре» проекты сиктәрендә ойошторолдо. Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ башҡорт халҡының милли-мәҙәни традициялары менән таныштырып ҡына ҡалмай, Сараевоның музыкаль академия студенттары һәм профессиональ фольклор коллективы солистарына оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе.

Шулай уҡ проект сиктәрендә Рус география йәмғиәте тарафынан Рәсәй тәбиғәтен сағылдырған махсус күргәҙмә эш башланы. «Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау мәҙәни-ара диалог нигеҙе» тип исемләнгән темаға арналған түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо.

Был проект сиктәрендә беҙ Рәсәйҙә матур халыҡ йәшәүен белдек. Фәйзи Ғәскәров ансамбле сығыштары аша башҡорттарҙың бай мәҙәни мираҫы менән таныштыҡ. Күңелдәге кисерештәрҙе аңлатып та булмай. Бары афарин тип әйтке килә.

Маргета Мариела, Сараево ҡалаһының милли театр директоры урынбаҫары
Фото №1 - Ғәскәровсылар Босния һәм Герцеговина илендә сығыш яһаны

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ