Өфө дзюдо буйынса Европа команда чемпионатында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алды

27 ноябрҙә республиканың баш ҡалаһында үтәсәк турнирҙа Рәсәй һәм сит илдәрҙән ике тиҫтәгә яҡын йыйылма команда көс һынашасаҡ. Бөгөн аэропортта ҡурай моңдары, сәк-сәк, ҡымыҙ менән Венгрия, Болгария, Сербия, Франция, Словения, Чехия һәм Германия спортсыларын сәләмләнеләр.

Башҡортостан ил кимәлендә был спорт төрө буйынса ҡатнаш ярыштар ойоштороусы икенсе төбәк буласаҡ. Турнир барышында барлыҡ-санитар эпидемиологик талаптар үтәлеше етди контролгә алына.

Башҡортостан Рәсәйҙә спорт ярыштары уҙғарылған әүҙем төбәктәрҙең береһенә әйләнде. Бөгөн Европа спортсыларын ҡаршы алып, йәнә яңы кимәлгә күтәреләбеҙ. Илдең дзюдо союзы һәм спорт министрлығы күрһәткән ҙур ышанысты аҡларға кәрәк.

Руслан Хәбибов, Башҡортостандың спорт министры
Фото №1 - Өфө дзюдо буйынса Европа команда чемпионатында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ