Беренсе Төркмән ауылында һыйыр малында йоғошло дерматит ауырыуы асыҡланған. Инфекцияны тартамау маҡсатында ауылдарға карантин посы ҡуйылды, тип белдерҙе Баймаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов.
Йоғошло сир мал аҙығы менән индерелеүе ихтимал. Азат Шәрипов дауам итә.
Бөгөн Баймаҡҡа вакцина килтерелә. Беренсе Төркмән һәм уға яҡын ауылдарҙағы малдарға прививка яһала. Белгестәр әйтеүенсә, районға башҡа урындан мал индереү тыйыла. Сир билдәләре күҙәтелгән осраҡта Ветеринария идаралығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына шылтыратырға кәрәк. Уның һандары: 8-800-77-55-828. Йыл башынан илдә йоғошло дерматит ауырыуының 50-гә яҡын сығанағы табылған.







