Спутник ФМ "Радиомания"ға лайыҡ булды

“Бир биште!” Спутник ФМ радиоһының ошондай атамалы акцияһы Рәсәйҙең “Радиомания” премияһына лайыҡ булды. Алтын микрофондар менән бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте. “Мәртәбәле конкурста еңеү – оло ғорурлыҡ”, - тине сәхнәнән коллегабыҙ Юлия Такунова.

Спутник ФМ "Радиомания"ға лайыҡ булды

“Бир биште!” проектында уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре ихлас ҡатнашты. “20 йыллыҡ юбилей йылында мәртәбәле бүләк алыуыбыҙ уны тағы ла иҫтәлеклерәк итә ”, - ти Спутник Фм радиоһы продюсеры һәм алып барыусыһы Трофим Татарников.

Спутник ФМ "Радиомания"ға лайыҡ булды

Радиостанцияның сәйәхәттәргә арналған "ЧакЧакTravel" атамалы проекты “Махус проекттар” номинацияһында еңеү яуланы. Трофим Татарников әйтеүенсә, ул Башҡортостанға оло һөйөү менән әҙерләнгән тапшырыу.

Спутник ФМ "Радиомания"ға лайыҡ булды

“Радиомания” – иң яҡшы радиотапшырыуҙар һәм проекттар өсөн тәғәйенләнгән абруйлы наградаларҙың береһе. Ул радио "Оскар”ы тип иҫәпләнә.

Фото №1 - Спутник ФМ  "Радиомания"ға лайыҡ булды
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ