Үткән аҙнала республикала 49 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Юлдарҙа 60 кеше имгәнгән, 3 кеше вафат булған. Бер аҙна эсендә юл полицияһы 251 иҫерек водителде ҡулға алған. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдерҙе.







