Бында һыу менән тәьмин итеүсе заманса система файҙаланыуға тапшырылды. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән объекттың оҙонлоғо 3 километрҙан ашыу. Һыу үткәргес төҙөлөшөнә федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан 11 миллион һумға яҡын аҡса тотонолған. Дәүләт программаһы быйыл республиканың ете районында бойомға ашырыла.







