Республикала вакцина алырға тейешлеләрҙең 68 процентҡа яҡыны прививка яһатҡан

Препараттың беренсе өлөшөн 2 миллион самаһы кеше эшләткән.Уларҙың 900 меңе 60 йәштән өлкәндәр. Иң күп сирлеләр Бишбүләк, Баҡалы, Бәләбәй, Федоровка һәм Белорет райондарында теркәлгән. Унда вакциналау һүлпән бара, тип белдерҙе Коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышында Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин. Вакциналау буйынса юғары күрһәткестәр Бүздәк, Әлшәй, Шишмә, Саҡмағош һәм Өфө райондарында. Йылайыр район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем коллектив иммунитетҡа өлгәшеү бурысы ҡуйылған.

Республикала вакцина алырға тейешлеләрҙең 68 процентҡа яҡыны прививка яһатҡан

Үткән тәүлектә республикала 674 кешелә коронавирус асыҡланған, 38 кешенең ғүмере өҙөлгән. Стационарҙа 540 сирле ята. Уларҙың 100-ҙән ашыуы ауыр хәлдә, ти табиптар. Өй шарттарында 7 мең самаһы кеше дауалана.

Фото №1 - Республикала вакцина алырға тейешлеләрҙең 68 процентҡа яҡыны прививка яһатҡан
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ