Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры бөгөн тантаналы шарттарҙа 10 ғаиләгә дәүләт наградаһы тапшырҙы. Сара Әсә көнө уңайынан ойошторолдо. “Ата-әсәлек даны” миҙалы менән лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән, инвалид бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләр бүләкләнә.







