Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһы мәктәптәренең береһенә Советтар Союзы геройы Сафа Хәсәновтың исемен биреү мөмкинлеге өйрәнелә. Был турала Донбассҡа илһөйәрлек рейды барышында билдәле булды.
112-се башҡорт атлы дивизияһының яу юлы буйлап был юлы Башҡортостандың милли музейы хеҙмәткәрҙәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре һәм республика мәктәптәренән йыйылған тормош хәүефһеҙлеге дәресе уҡытыусылары үтте. Илһөйәрлек рейдынан БЮТ каналының сираттағы репортажы.
112-се башҡорт атлы дивизияһының 58-се кавалерия полкы миномет взводы командиры Сафа Хәсәнов Днепр йылғаһын кисеп сыҡҡанда, плацдарда нығынып, эскадрондың йылға аша үтеүен тәьмин итә. Нивки ауылы өсөн алышта дошман ҡамауында ҡалған взвод, сәғәт ярым дауамында фашистарҙың һөжүмен кире ҡаға.Фронттағы батырлыҡтары өсөн Сафа Хәсәнов герой йондоҙо менән бүләкләнгән. Илһөйәрлек рейды барышында ҡанлы һуғыш юлы үткән урында уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды.
Красный Луч ҡалаһындағы урамдарҙың береһе Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуған герой исемен йөрөтә. Әле урындағы мәктәптәрҙең береһенә шулай уҡ Сафа Хәсәнов исемен биреү мөмкинлеге өйрәнелә.
Донбасс элек-электән ҡанлы һуғыштар майҙаны булған. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында был төбәктә 112-се башҡорт атлы дивизияһы алышҡан. Советтар Союзындағы тәүге хәрби дан музейҙарының береһе Миус-фронт тарихына арнап асыла.
Уҙған быуаттың 60 йылдарынан бирле эшләп килгән мәҙәниәт усағында илһөйәрлек рейдында ҡатнашыусылар туҡталды. Миус йылғаһындағы хәрби дан музейына улар 112-се башҡорт атлы дивизияһының байрағының тулы күсермәһен тапшырҙы.
Музей хеҙмәткәрҙәре һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән ныҡлы хеҙмәттәшлек булдырылыуын билдәләй.
Башҡортостан вәкилдәре 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм уның яуҙаштарының һуңғы төйәгенә лә зыярат ҡылды. 2016 йылдан бирле Петровское ҡалаһындағы 22-се мәктәп батыр яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтә. Белем усағының кадет синыфы уҡыусылары башҡорт атлыларын хөрмәтләп Шайморатов генерал йырын өйрәнеп ҡуйған.
Луганск ерендә әле лә тыныс түгел. Башҡортостан вәкилдәренең илһөйәрлек рейды менән утлы һуғыш үткән ерҙәргә сәфәр ҡылыуы һынмаҫ рухлы халыҡҡа теләктәшлек билдәһе лә. Тарихҡа хөрмәт, батыр яҡташтарыбыҙҙың рухын ололау киләсәккә үҫеш маяғы.
Рафиҡ Әхмәтшин







