Уларҙың данын балалары күтәрә. Тап ул һәм ҡыҙҙарының төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары өсөн ғаиләләргә «Ата-әсәлек даны» миҙалы тапшырыла. Әлегә тиклем был награда менән республикала 32 ғаилә бүләкләнгән. Бөгөнгө геройҙар менән БЮТ каналы хәбәрселәре осрашты.
Ни бары һигеҙ ғаилә, ә тантаналар залы шығырым тулы. Бер генә бүләкләнеүсе уртаға саҡырылһа ла, ярты зал бушап ҡала. Сөнки бөгөн республиканың күп балалы ғаиләләре тәбрикләнә. Дәүләкәндән Ҡорманаевтарҙың ғаиләһендә иң өлкән балаға 18 йәш тулһа, иң кесеһе ике айлыҡ ҡына. Балалар үҙҙәре лә ҡапыл ғына нисә туғаны барлығын да әйтә алмай.
Юҡ, ҡалаға йөрөү улар өсөн бәлә түгел. Өйҙә лә һәр нимәгә өлгөрҙәр. Атай менән әсәйҙең башы ла ҡатмай. Сөнки һәр өлкән балаға бер кесе туғаны тура килә.
Благовещендан Шичиндар республикалағы иң ҙур ғаилә. Миңлезаһиҙа ханым тормош иптәше Владимир менән йәмғеһе 40 бала тәрбиәләгән. Өсөһө үҙҙәренке, 37-һе уллыҡҡа алынған. Әле ғаиләлә 22 бала. Тәбрикләү тантанаһына иһә һигеҙе генә килә алған. Башҡалары микроавтобусҡа һыймаған.
Ата-әсә даны миҙалын алыу өсөн күп балалы булыу ғына етмәй. Балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү ҙә мөһим. Саҡмағоштан Муллаяновтарҙың мәҫәлән, бер генә улдары була. Марат Марс улы ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнгән. Ҡыҙғанысҡа, күрә үлеменән һуң. Сапер егет Чечен республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Бала уңышы-ата-әсә ҡаҙанышы. Тап шуның өсөн дә «Ата-әсәлек даны» миҙалы менән ҡыҙ һәм улдарының спорт, мәҙәниәт өлкәһендә, хәрби хеҙмәттә республиканы данлағаны өсөн тапшырыла. 2018 йылдан алып миҙал менән 32 ғаилә бүләкләнгән.
Әсәләр көнө алдынан ҡатын -ҡыҙҙар өсөн миҙал ҙур бүләк. Әммә улар өсөн бала тәрбиәләүҙә награда алыу төп маҡсат түгел. Төп бүләк бала уңышы. Шулай ҙа ихтирам һәм иғтибар булыуы ҡанантландыра.
Айнур Кәбиров







