Башҡортостан Хөкүмәтендә пандемия шарттарында Яңы йыл корпоративтары, иртәлектәре һәм спектаклдәр уҙғарыу тәртибе раҫланды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, өлкәндәр концерт залдарына QR-код йәки ауырыуҙы үткәреүҙе раҫлаған сертификат менән генә инә аласаҡ.
Ошондай уҡ медицина документтары балалар баҡсаларында ойошторолған Яңы йыл иртәлектәренә һәм корпоративтарға ла талап ителәсәк. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үҙ сиратында Һаулыҡ һаҡлау министрлығына коронавирусҡа тестар күләмен һәм прививка кампанияһы темптарын арттырырыға ҡушты.
Бөгөнгә мәкерле сир айырыуса Бишбүләк, Баҡалы, Бәләбәй, Федоровка һәм Белорет райондарында киң таралған. Өҫтәүенә, был төбәктәрҙә вакцина яһатыусылар күрһәткесе иң түбәне. Ә бына Бүздәк, Әлшәй, Шишмә, Саҡмағош һәм Өфө райондары халҡы укол ҡаҙатыу буйынса алдынғылар рәтендә.




