Өфөлә Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Земфира Латипова менән хушлатылар

Земфира Үзбәк ҡыҙы 66 йәшендә коронавирус эҙөмтәләренән һуң вафат булды. Хәүефле сир менән ул бер ай тирәһе көрәшкән. Матәм сараһы республика Юғары суды бинаһында үтте.

Ғүмеренең 40 йылын Земфира Үзбәк ҡыҙы ҡануниәткә хеҙмәт итеүгә арнай. Һуңғы йылдарҙа ул Өфөлә республика Юғары суды бинаһын төҙөүгә күп көс һала. Уны тантаналы асыуға, ҡунаҡтар саҡырыуға әҙерләнә. Ҡыҙғанысҡа, был сараға тиклем ул йәшәй алмай, мәкерле сир менән оҙаҡ көрәшкәндән һуң Земфира Латипованың 66 йәшендә ғүмере өҙөлдө.

Земфира Үзбәк ҡыҙы бәләкәй вазифаларҙан юғары һөнәри бейелектәргә тиклем ирешкән шәхестәрҙең береһе. Республикала тәртип булһын, закондар үтәлһен өсөн ҡануниәткә хеҙмәт итте. Судья - намыҫлы, ғәҙел һәм бер кешенең дә баҫымына бирелмәҫкә тейеш. ул тап шундай ине.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры

Бала саҡтан детективтар уҡырға яратҡан Земфира Үзбәк ҡыҙы тәфтишсе булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағас, юридик факультетҡа уҡырға инә, һуңғараҡ халыҡ судьяһы итеп тәғәйенләнә. 2009 йылда Земфира Латиповаға Башҡортостан Юғары суды рәйесенең енәйәт эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһы йөкмәтелә.

Земфира Латипова Рәсәй Президенты указы буйынса, 2019 йылдың апреленән алып Башҡортостан Юғары суды рәйесе итеп ҡуйыла. Республиканың иң юғары суд тармағын етәкләү еңелдән булмай. Әммә һөнәри оҫталығы уны башҡаларҙан айыра ине, ти мәрхүмәнең коллегалары. Земфира Үзбәк ҡыҙының эшмәкәрлеге юғары награда һәм ордендар менән баһалана. Суд системаһына килгән йәш белгестәргә лә иғтибарлы булыуын хеҙмәттәштәре рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала.

Земфира Латипова менән хушлашыу сараһына килеүселәр таралышырға ашыҡманы. Был юғары квалификациялы юристың ярҙамсыл кеше һәм тәжрибәле етәксе булыуы хаҡында һөйләй. Земфира Үзбәк ҡыҙы Өфөнөң Мосолмандар зыяратына ерләнде.

Фото №1 - Өфөлә Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Земфира Латипова менән хушлатылар

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ