Өфөлә мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә арналған фильмдың премьераһы үттеДокументаль кинотаҫманың авторы хеҙмәттәшебеҙ, билдәле тележурналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Хәмитова. «Боҙ дәүеренә сәйәхәт» тип исемләнгән картина Архангел районы мәмерйәһе тирәләй бара.
Фильмға төшкән Архангел районы һәм Октябрьский ҡалаһындағы психоневрология йорт-интернатында йәшәүселәр ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, тәбиғәт хозурлығына һоҡлана алыуы тураһында һөйләй. Кинокартина махсус грант ярҙамында төшөрөлгән.
Асҡын боҙ мәмерйәһе, ғөмүмән, туристарҙың яратҡан урыны. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, илдең төрлө төбәктәренән быйыл йәй туристарҙың 40 процент самаһы тәбиғәт һәйкәлен барып күргән.




