Тоғро тамашасы бүләге. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының 20 йыллыҡ юбилейы уңайынан Салауат ҡалаһында йәшәүсе Орҡоя Ямғырсина журналистарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Тиҫтәләгән йылдар дауамында БСТ каналы тапшырыуҙарын яратып ҡараусы ханым ижади төркөмгә 20 шәл бүләк итте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Бала саҡтан шәл бәйләгән Орҡоя Ямғырсина күңел йылыһын һалып бәйләгән ҡул эштәрен яҡындарына бүләк итеп күнеккән. БСТ каналын яратып ҡараусы ҡул оҫтаһы зәңгәр экрандағы журналистарҙы ла яҡын кешеһе кеүек тоя. Тәүлек әйләнәһенә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткереп күңелһеҙләнеп ултырырға бирмәгән телеканалды юбилейы менән ҡотлап Салауат ҡалаһында йәшәгән тамашасы 20 шәл бәйләп ҡуйған.
Ейәнсура районында тыуып үҫкән Орҡоя Ямғырсинаның бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән. Аслыҡ ваҡытында шәл һатыусы әсәһенә ярҙам итәм тип 8 йәшенән шәл бәйләүсе ҡыҙ был һөнәрҙе ғүмерлеккә яратҡан. Орҡоя Ямғырсинаға быйыл 80 йәшлек юбилейын ҡаршы алыуға ҡарамаҫтан, халыҡ кәсебенә һөйөүе һис тә юғалмаған.
Салауат ҡалаһы мәктәбендә оҙаҡ йылдар биология уҡытыусыһы булып эшләгән Орҡоя Ямғырсина шәлдәр бүләк итеп ауыр хәлгә эләккән кешеләргә лә ярҙам иткән. Приморье крайын һыу баҫып торлаҡһыҙ ҡалыусыларға ул тиҫтәләп шәл ебәреп урындағы гәзит биттәренән рәхмәт һүҙҙәрен ишеткән.
Ғүмере эсендә бик күп шәл бәйләгән ҡул оҫтаһы бүләктең кемгә һәм ҡасан тапшырғанын дәфтәргә теркәп бара. Был яҙмалар яҙмышымда осраған мөһим ваҡиғаларҙы һәм осрашыуҙарҙы юйылмаҫ хәтер итеп һаҡлай, ти шәл бәйләүсе.
Флорида Ким




