Баймаҡ районында һәм Сибай ҡалаһында - карантин

Республика  башлығы  Радий  Хәбиров  Баймаҡ  районында  һәм  Сибай  ҡалаһында  карантин тураһында  Указға ҡул ҡуйҙы.  Унда һыйыр  малында  йоғошло дерматит ауырыуы  асыҡланған. Документҡа  ярашлы, сир   1-се  Төркмән ауылында  табылған.  2-се Төркмән, Әхмәр, Абҙаҡ, Назар, Моҡас, Казанка, Төйәләҫ ауылдарына хәүеф  янай. Был биләмәлә  һыйыр малын, мал аҙығын индереү һәм  сығарыу  тыйыла,  ауырыу  мал  айырыла һәм юҡ  ителә. Мал ҡуралары  махсус  препараттар менән эшкәртелә.

Фото №1 - Баймаҡ районында һәм Сибай ҡалаһында - карантин
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ