Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров тантаналы шарттарҙа “Ата-әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Сара Әсә көнө уңайынан ойошторолдо. Андрей Назаров әйтеүенсә, республикала балалы ғаиләләр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә.
Дәүләкән районынан Гөлназ һәм Айнур Ҡорманаевтар ғаиләһендә 10 бала тәрбиәләнә. Өлкәненә 18 йәш, ә иң кесеһенә ошо көндәрҙә 3 ай булған.
“Ата-әсәлек даны” миҙалы менән лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар үҫтергән, инвалид бала тәрбиәләгән йәки күп балалы ғаиләләр бүләкләнә.







