Бөгөн Өфөгә илдең Спорт министры Олег Матыцин килде. Ул спорт һәм физик культура буйынса күсмә кәңәшмәлә ҡатнашты. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан халыҡ-ара форумда даими ҡатнашып килә. Ике йыл элек беҙҙең республика “Рәсәй төбәге” номинацияһында еңеү яуланы. 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнә. Спорт йыйынын юбилей сиктәрендә үткәрергә мөмкин, тине Андрей Назаров. “Форумды уҙғарыу урыны конкурста билдәләнә. Башҡортостандың ҙур сараларҙы ойоштороу тәжрибәһе ҙур. Мин, әлбиттә, һеҙҙе хуплаясаҡмын. Республика һәр ваҡыт Рәсәй спорт министрлығының ярҙамына таяна ала”, - тине Олег Матыцин.




