Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһы мәктәптәренең береһенә Советтар Союзы геройы Сафа Хәсәновтың исемен биреү мөмкинлеге өйрәнелә. Был турала Донбассҡа илһөйәрлек рейды барышында билдәле булды. 112-се башҡорт атлы дивизияһының яу юлы буйлап был юлы Башҡортостандың милли музейы хеҙмәткәрҙәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре һәм республика мәктәптәренән йыйылған тормош хәүефһеҙлеге дәресе уҡытыусылары үтте. Илһөйәрлек рейдынан хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.







