Башҡортостанға Рәсәй спорт министры Олег Матыцин килде

Башҡортостан “Рәсәй – спорт державаһы” форумын үткәреү урыны булыуы ихтимал. Бөгөн Өфөгә илдең Спорт министры Олег Матыцин килде. Ул спорт һәм физик культура буйынса күсмә кәңәшмәлә ҡатнашты. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан халыҡ-ара форумда даими ҡатнашып килә. Ике йыл элек беҙҙең республика “Рәсәй төбәге” номинацияһында еңеү яуланы. 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнә. Спорт йыйынын юбилей сиктәрендә үткәрергә мөмкин, тине Андрей Назаров.

Башҡортостанға Рәсәй спорт министры Олег Матыцин килде

“Башҡортостандың ҙур сараларҙы ойоштороу тәжрибәһе ҙур. Республика һәр ваҡыт Рәсәй спорт министрлығының ярҙамына таяна ала”, - тине Олег Матыцин.

Башҡортостанға Рәсәй спорт министры Олег Матыцин килде
Фото №1 - Башҡортостанға Рәсәй  спорт министры  Олег Матыцин килде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ