Ул Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында студенттарға лекция уҡып, үҙенсәлекле операциялар эшләүҙә ҡатнашты. Әмәлиәттәрҙең үҙенсәлеге менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева танышты.
Операция инсульт хәүефе янаған йәки уны үткәргәндәргә яһала. Әмәлиәт үткәреләсәк өҫтәлгә тиклем пациент үҙ аяғында килә һәм операция мәлендә үҙ иҫендә була. Йөрәккә бындай төр әмәлиәт Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында тәүге тапҡыр. Италиянан килгән кардиохирург был өлкәләге үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Онорато Эуастахио йөрәккә операция эшләү буйынса донъяуи кимәлдә танылыу яулаған хирург. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетында оҫталыҡ дәрестәре биреүҙән тыш лекциялар ҙа уҡый.
Әмәлиәт ҡан тамыры аша эшләнә. Дөйөм наркоз аҫтында түгел, өлөшләтә анестезия яһала.
Йөрәктәге тыумыштан килгән тайпылышты заманса ысул менән яһау өсөн клиникала бөтә шарттар бар. Улар дәүләттән бүленгән квоталар ярҙамында үтә.
Италия кардиохирургы менән алты кешегә операция яһау ҡаралған. Дүртәүһе уңышлы үтте. Дүшәмбе тағы ла ике пациентҡа тәғәйенләнгән.
Рәмилә Исмәғилева




