Бының өсөн төбәк оператор ҡалала 200-ҙән ашыу контейнер ҡуйған. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры төньяҡ-көнбайыш райондарҙа сүп-сар реформаһының үтәлешен тикшерҙе. Эш сәфәрендә асыҡланыуынса, ҡайһы бер ҡалаларҙа һаман да контейнер майҙансыҡтары булдырылмаған. БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән репортажда.
Ағиҙел халҡы өсөн был ғәҙәти күренеш. Сүп-сар һауыттары күп фатирлы һәр йорт алдында тора. Ҡалдыҡтар өйөмөн махсус техникаға йыйыштырыусылар үҙҙәре күәтреп һала.
Ағиҙелдә күп фатирлы 51 йорт иҫәпләнә, уларҙың 29-ы сүп-сар үткәргес торбалар менән йыһазландырылған. Ҡағиҙә буйынса,ҡалдыҡтар махсус майҙансыҡтарҙан техникаға тейәлергә тейеш. Мискәләрҙән түгел, ә контейнерҙарҙан. Ләкин уны идарасы компания ваҡытында һатып алмаған.
Сүп-сар реформаһы сиктәрендә Ағиҙел халҡын «Дюртюлимелиоводстрой» компанияһы хеҙмәтләндерә. Тотош ҡалаға бары тик бер машина эшләй, уныһы ла Нефтекаманан килә. Шуға күрә ҡалдыҡтарҙы сығарыу графикҡа ярашлы ойошторолмай. Йыш ҡына подъезд алдары бәләкәй сүплеккә әйләнә.
Белгестәр әйтеүенсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу системаһын яйға һалмайынса, икенсел сеймалды сифатлы итеп етештереүгә өлгәшеп булмаясаҡ. Сүп-сар үткәргестәрҙе ҡулланыу ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙы бөтөнләй һыҙып ташлай. Шуға күрә киләсәктә был ысулдан баш тартыу күҙаллана.
«Дюртюлимелиоводстрой» ойошмаһы бер нисә тапҡыр бәхәс үҙәгендә була. Тәү сиратта халыҡ йыйыштырыу сифатына ризаһыҙлыҡ белдерә, шулай уҡ квитанциялар менән дә аңлашылмаусанлыҡтар асыҡлана. Төбәк операторына яңы йылға тиклем эште яйға һалыу бурысы ҡуйылды. Компания етәкселеге Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте менән берлектә мәсьәләләрҙе хәл итергә вәғәҙәләй.
Нефтекамала пластик ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу пилот проект булараҡ индерелә. Йыл аҙағына тиклем тағы ла йөҙгә яҡын махсус контейнер ҡуйыу күҙаллана. Был тәжрибә төньяҡ-көнбайыш райондарҙың башҡа тораҡ пунктарына ла индереләсәк
Башҡортостанда йәмғеһе 22 меңдән ашыу контейнер майҙансығы булдырылған. Уларҙа ҡалдыҡтар ташлау өсөн 55 мең һауыт ҡуйылған. Әлеге көнгә сүп-сар өсөн күп фатирлы йорт ихаталарында тағы ла 6 меңдән ашыу урын әҙерләү ихтыяжы бар.
Әлфинә Килдейәрова







