Өфө районының Миловка ауылында йәшәүселәр транспорт менән бәйле ҡатмарлыҡтарға зарлана

Ауылдан Өфөгә йөрөү өсөн урындағы халыҡ автобусты трасса буйында, туҡталҡа булмаған урында көтөргә мәжбүр. Һирәк йөрөгән автобусты көтөп арыған пассажирҙарға көн һайын такси хеҙмәте менән файҙаланырға тура килә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфөгә эшкә, балаларҙы мәктәпкә йөрөтөүсе Миловка ауылы Йәштәр комплексында йәшәүселәр көн һайын алыҫ юлға сығып һирәк йөрөгән автобусты көтә. Йәйәүлеләр үткәүеле һәм йәмәғәт транспорты туҡталышы булмаған юлда икешәр сәғәт баҫып торған осраҡтар ҙа була.

Автобус көтөп арыған пассажирҙар такси хеҙмәте менән файҙаланып көнөнә 200-300 һум аҡса сарыф итә. Йылдам үҫешкән биләмәлә йәшәүселәр араһында ишле бала тәрбиәләүселәр ҙә арта, уларға таксиға махсус кресло өсөн өҫтәмә хаҡ түләп йөрөй.

Йәштәр комплексында транспорт мәсьәләһен хәл итеү өсөн «Башавтотранс» предприятиеһы тарафынан 135-се һанлы маршрут ойоштороу күҙаллана. Миловканан «Заречный» сауҙа комплексына тиклем йөрөгән автобуста пассажир өсөн ташламалар булдырыу ҡаралған.

Затон биҫтәһендәге «Заречный» туҡталышына тиклем барған пассажирҙар бер сәғәт эсендә икенсе маршрутҡа күсеп ултырһа ла улар бер билет өсөн генә хаҡ түләйәсәк. Ташлама менән файҙаланыу өсөн кондукторға беренсе билетты күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Александр Алексеев, 3-cө автобус паркының эксплуатация бүлеге етәксеһе

Миловка ауылы өсөн яңы маршрут бөгөнгө көндән алып ойошторола. Күптән юлға сығырға тейеш автобустың хәрәкәтен тергеҙеү мәсьәләһе водителдәр етмәүе менән бәйле булған. Яңы маршрут ярҙамында пассажирҙарға Өфө үҙәгенә йөрөү өсөн ташламалы «бәхетле сәғәттәр» эшләп торасаҡ.

Фото №1 - Өфө районының Миловка ауылында йәшәүселәр транспорт менән бәйле ҡатмарлыҡтарға зарлана

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ