Ҡышҡы ҡармаҡ. Ҡотҡарыусылар һыу ятҡылыҡтарында балыҡсыларға үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Өфөнөң Ленин районында ойошторолған рейдта БЮТ каналының ижади төркөм лә ҡатнашты. Был хаҡта ентекләберәк хәбәрсе Гүзәл Борханова.
Автомобилдәргә үтеү өсөн боҙҙоң ҡалынлығы 30, ә йәйәүлеләргә 7 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Балыҡсылар билдәләүенсә, Ағиҙелдә урыны менән боҙ 15 сантиметр булып туңған. Иртә менән бында ир-аттар балыҡ ҡармаҡларға төшкән.
Боҙ ҡатламы өҫтөндә унлап балыҡсы. Улар араһында Фәнис Нурғәлин да бар. Икенсе ҡыш балыҡ ҡармаҡлау менән шөғөлләнә. Һауа торошон иҫәпкә алып, йылы кейенгән, әммә көҙгө боҙ ярыла ҡалһа, ҡотҡарыу ҡорамалдары: арҡандары һәм таҡталары юҡ. Шуға ла асыҡ һыуҙан йырағыраҡ ерҙә ҡармаҡлауҙы хуп күрә.
Ағиҙел йылғаһының Нижегородка биҫтәһендәге был урынды балыҡсылар күптән үҙ иткән. Тыныс, ағым көслө түгел. Шуға күрә улар, тейешле дистанция һаҡлап, ҡармаҡтар өсөн мәке уя. Боҙ сағыштырмаса ҡалын булһа ла, был осраҡта ҡотҡарыусылар көҙгө боҙ көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан, тигән әйтемгә таяна алмай. Һәр балыҡсы эргәһенә килеп боҙ өҫтөндә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында иҫкәрмәләр тарата, аңлатыу эштәре алып бара.
Ҡотҡарыусыларҙың профилактик рейдтары ыңғай һөҙөмтә бирә. Һуңғы аяныслы фажиғә 2019 йылда теркәлгән. Миловка ҡасабаһы эргәһендә ҡышҡыһын балыҡсыларҙың резина кәмәләре боҙға йыртылып, улар һыу ҡорбаны була.
Бындай күңелһеҙ хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн ҡотҡарыусылар йылға буйындағыларҙы иғтибар үҙәгенән ысҡындырмай, боҙ туңа башлау менән көн һайын рейдтарға сығып хәүефһеҙлек хаҡында иҫкәртә. Сөнки ноябрҙә йылға-күлдәрҙә боҙ ярылып, балыҡсыларҙың батыуына сәбәпсе булыуы ихтимал.
Гүзәл Борханова







