Бөгөн стационарҙарҙа 492 пациент дауалана. Уларҙың 321-е – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 83 сирленең дүртәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппараттына тоташтырылған. Тағы ла 7 133 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 669 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекциянан 36 кеше вафат булған.
Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә 1-се компонентты 1 миллион 960 меңгә яҡын кеше яһатҡан. 1 миллион 697 мең кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек дауамында республиканың медицина учреждениеларына прививка ҡаҙатырға теләп 28 271 кеше мөрәжәғәт иткән.




