Өфө районының Михайловка урта мәктәбе уҡыусылары хәйриә акцияһына ҡушылды

Мәрхәмәтлек сараһы «Үҙәк» социаль ярҙам күрһәтеү ойошмаһы башланғысында ойошторолған.

5 килограмм картуф, дөгө, ҡарабойҙай һәм тары ярмалары. Был мохтаждарға тапшырыласаҡ аҙыҡ-түлек тупланмаһының бер өлөшө генә. Бынан тыш, фәҡирҙәргә шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, көнкүреш химияһы тауарҙары һәм ҡышҡы йылы әйберҙәр тапшыраласаҡ. Был тоҡтар мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре көсө менән йыйылған.

Кәрәк-яраҡтар «Үҙәк» социаль ярҙам күрһәтеү ойошмаһы келәтенә килтерелеп ҡағыҙ йәшниктәргә тултырыла. Бинала ит һәм башҡа тиҙ боҙолоусан аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн һыуытҡыс та ҡуйылған. Һуңынан был тауарҙар ярҙамға мохтаж пенсионерҙарға һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә оҙатыла.

Фото №1 - Өфө районының Михайловка урта мәктәбе уҡыусылары хәйриә акцияһына ҡушылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ