Ҡайһы бер ҡалаларҙа сүп-сар контейнерҙары етешмәүе асыҡланды

Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров төньяҡ-көнбайыш райондарҙа сүп-сар реформаһы үтәлешен тикшерҙе. Сәфәр барышында ҡайһы бер ҡалаларҙа контейнер майҙансыҡтары булдырылмауы асыҡланды. Ағиҙел халҡын “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторы хеҙмәтләндерә. Тотош ҡалаға бары тик бер машина эшләй, уныһы ла Нефтекаманан килә. “Шул сәбәпле ҡалдыҡтарҙы сығарыу графикҡа ярашлы ойошторолмай”, - ти ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Ғәниев.

Ҡайһы бер ҡалаларҙа сүп-сар контейнерҙары етешмәүе асыҡланды

Төбәк операторына яңы йылға тиклем эште яйға һалыу бурысы ҡуйылды. Компания етәкселеге Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте менән берлектә мәсьәләләрҙе хәл итергә вәғәҙәләй.

Фото №1 - Ҡайһы бер ҡалаларҙа сүп-сар контейнерҙары етешмәүе  асыҡланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ