Уҙған тәүлектә ковид-19 вирусы тағы ла 665 кешелә асыҡланған. Бөгөн стационарҙарҙа 450 кеше дауалана, уларҙың 297-һе – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 67 пациенттың унауһы ИВЛ аппараттарына тоташтырылған. Тағы ла 7 120 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә 667 кеше һауыҡҡан, 32 кеше вафат булған.
Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Был маҡсатта төбәккә барлығы 2 457 263 доза вакцина килтерелгән. Бөгөнгә беренсе компонентты 1 968 753 кеше яһатҡан, 1 708 208 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамланған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка эшләтеү өсөн 6 576 кеше мөрәжәғәт иткән.
Гөлдәриә Йосопова




