Радий Хәбиров үҙенең интернеттағы сәхифәләрендә социаль объекттар төҙөлөшө менән таныштырҙы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, файҙаланыуға тапшырылған был учреждениеларҙа 20 меңгә яҡын урын барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, ремонтлау һәм реконструкциялау һөҙөмтәһендә тағы ла биш мең ярымдан ашыу өҫтәмә урын булдырылған.
Бер үк ваҡытта Нефтекамала республикалағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһен төҙөү аҙағына яҡынлаша. Бөгөнгә уның әҙерлеге 96 процент. Ул үҙенең уҡыусыларын киләһе йылдың беренсе кварталында ҡабул итер тип көтөлә. Мәғариф усаҡтары республиканың башҡа төбәктәрендә лә төҙөлә. Намыҫһыҙ подрядсынан һуң Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылындағы мәктәп буйынса проблемалы мәсьәлә хәл ителә, Өфө районы Миловка ауылында ла эштәр дауам итә.
Белем усаҡтары шулай уҡ Учалы, Хәйбулла, Дыуан, Баймаҡ райондарында һәм баш ҡалала төҙөлә. Әммә Башҡортостанда мәктәптәр һәм балалар баҡсаларына ихтыяж юғары булып ҡала. Шуға күрә социаль йүнәшле төҙөлөш сәйәсәтен артабан да дауам итәсәкбеҙ, тигән республика етәксеһе.
Илдар Байбулатов




