Иҫкәртеү мөһим. Өфөлә рөхсәт ителмәгән урындарҙа тау шыуыусыларҙы асыҡлау буйынса рейд үтте. Граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе белгестәр ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүселәр менән профилактик әңгәмә ойошторҙо.
Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, балаларҙы рөхсәт ителмәгән урында тау шыуырға ата-әсәләр үҙҙәре алып килә. Һөҙөмтәлә каникулда һәм Яңы йыл байрамдарында йәрәхәтләнеүселәр арта.
Флорида Ким




