Иглин ауылында «Йәш ғаилә-2021» республика конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде

Конкурста урын яулаған йәш ғаиләләр район үҙәк китапханаһында тәбрикләнде. Конкурс бишенсе йыл рәттән үткәрелә. Быйыл 7 пар иң яҡшы ғаилә номинацияһы  өсөн көс һынашҡан. Һөҙөмтәлә Сыуаш-Ҡобау ауылынан Трофимовтар – беренсе, Оло-Тәләктән Дудиндар – икенсе, Иглин ауылынан Глуховтар өсөнсө урынды яуланы, Таутөмәндән Әйбүшевтар иң юғары баһа – Гран-при менән баһаланды.

Еңеү яулауыбыҙға ихлас ҡыуандыҡ. Ярҙам итеүселәргә, беҙҙең өсөн янып-көйөүселәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Республика кимәлендә лә һынатмаҫбыҙ, тип уйлайым.

Инна Әйбүшева, «Йәш ғаилә-2021» район конкурсында гран-при яулаусы

Ғаиләләргә аш-һыу әҙерләү, ижади һәләттәрен, спорт ҡаҙаныштарын, үҙенсәлекле визит карточкаһын күрһәтеү төп шарттарҙың береһе ине. Финалға сығыусыларҙы Иглин район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова һәм 2018 йылда Гран-при яулаған Нуриевтар ғаиләһе тәбрикләне.

Фото №1 - Иглин ауылында «Йәш ғаилә-2021» республика конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ