Стәрлетамаҡтың 11-се мәктәбе «Виртуаль крайҙы өйрәнеүсе» проектына ҡушылған. Уның сиктәрендә төрлө синыф уҡыусылары 20-30 минутҡа иҫәпләнгән виртуаль экскурсияла ҡатнаша. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Мәктәптән сыҡмайынса ҡала буйлап сәйәхәт. Виртуаль күҙлек «ваҡыт машинаһына» тиң. Теләһәң 19-сы быуат архитектураһын ҡара, теләһәң космонавт Алексей Леонов менән Йыһан киңлектәрен тикшер. Стәрлетамаҡтың 11-се мәктәбе уҡыуыслары «Виртуаль крайҙы өйәрнеүсе» проектына ҡушылып, тарих дәрестәрен ҡыҙыҡлы итеп уҙғара.
Бөгөнгө дәрестә 5-се синыф уҡыусылары 19-сы быуат урталарында төҙөлгән собор менән танышты, сиркәүҙәге ҡыңғырау тауышын да ишетте. Был модель өҫтөндә «Виртуаль крайҙы өйрәнеүсе» проекты авторы Марат Тикәев менән Мәскәү белгестәре дүрт ай эшләй. Ҡазан соборының 3Д моделен булдырыу өсөн фотоһүрәт, һыҙмалар һәм музейҙа һаҡланған макеттар ҡулланылған. Материал һәм буяуҙар комьпютерҙа һайлана.
Әлеге көндә тиклем был собор һаҡланмаған, уның урынында Киров исемендәге парк урынлашҡан. Былтыр «Виртуаль крайҙы өйрәнеүсе» проекты гранттар конкурсында еңеп сыға. Сумма тиҫтәләгән виртуаль күҙлек һатып алыу, программалар эшләүгә йүнәлтелә. Уҡыусылар бындай виртуаль сәйәхәтте тик яҡшы яҡтан баһалай.
Малай-ҡыҙҙарҙы таң ҡалдырған сәйәхәттәрҙең береһе – ул Ер шарын йыһандан күҙәтеү. Махсус программа ракетаның күккә осоуы һәм асыҡ йыһанға сығыу үҙенсәлектәре менән таныштыра. 3 Д формат төрлө яҡлап ҡарарға мөмкинлек бирә. Проект авторы һүҙҙәренсә, киләсәктә Стәрлетамаҡ районы мәктәптре буйлап виртуаль дәрестәр уҙғарыу күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова




