Башҡорт дәүләт университеты ғилми терминдар йыйыу буйынса акция иғлан итә

Юғары белем биреү системаһына ҡағылған төшөнсәләр киләһе йылдың 25 мартына тиклем ҡабул ителә.

Башҡорт дәүләт университеты проекты республика башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Уның етәксеһе йәш ғалимә, филология факультеты деканы урынбаҫары Рената Лоҡманова.

Һүҙлек-белешмә юғары белем биреү өлкәһенә ҡағылған терминдарҙы үҙ эсенә ала һәм өс телдә – русса, инглизсә һәм башҡортса бирелә. Белгестәр әйтеүенсә, күп кенә фәнни төшөнсәләрҙең икенсе телдәргә тура тәржемәһе юҡ. Һүҙлек-белешмәнең башҡортса өлөшөн филология фәндәре докторы Гөлназ Йәғәфәрова әҙерләй.

Әле өс телдәге һүҙлек-белешмәгә бөтәһе 300-ләп термин тупланған. Проект авторҙары һанды 600-гә тиклем еткерергә иҫәп тота. Тәҡдимдәрҙе видеояҙмала күргән ( uni-dict.com ) адресҡа ебәрергә мөмкин.  

Фото №1 - Башҡорт дәүләт университеты ғилми терминдар йыйыу буйынса акция иғлан итә

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ