Өфөлә – яңы күргәҙмә. «Ҡорама биҙәге» проекты сиктәрендә асылған күсмә экспозицияла Рәсәй этнография музейынан килтерелгән туҡымалар тәҡдим ителә.
Уның үҙенсәлеге шунда: бында төрлө халыҡтарҙың милли костюмдары элементтары, интерьер деталдәре, уйынсыҡтар һәм башҡа биҙәүестәр менән танышырға мөмкин. Уникаль экспозиция ике аҙна дауамында эшләй. Ошонда уҡ Санкт-Петербург ҡалаһы белгестәре һәм оҫталар ҡорама тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғара.




