Шаран районының Баҙғыя ауылында ҡаҙ өмәһе уҙҙы

Байрам хужалары Әлфиә менән Олег Васильевтарҙың ихата алдында ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Йолаға ярашлы, ҡаҙҙар эшкәртелеп, йылғала сайҡалғандан һуң ҡош ҡаурыйҙарынан мендәрҙәр эшләнде, байрам ашы бешерелде.

«Әхирәттәр» фольклор ансамбле йырҙары һәм бейеүҙәре сараның төп биҙәге булды. Өмә һуңында Баҙғыя ауыл биләмәһе башлығы хужаларға рәхмәтен белдереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Фото №1 - Шаран районының Баҙғыя ауылында ҡаҙ өмәһе уҙҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ