Миҙалдар өсөн континенттың иң көслө 16 йыйылма коллективы көс һынашты. Финалда Грузия менән Нидерландтар осрашты. Хәл иткес алыштар грузиндар файҙаһына 4-3 иҫәбе менән тамамланды. Ә бына бронза өсөн ярышта ватандаштарыбыҙ Беларустарҙы 4-0 иҫәбе менән еңде. Ошондай уҡ дәрәжәләге миҙалды Төркиә командаһы яуланы.
Европа чемпионатында Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин ҡатнашты. Ул спортсыларға Владимир Путиндың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. «Беҙҙең илдә халыҡ-ара бәйгене уҙғарыу дзюдо буйынса Ватан мәктәбенең абруйын таныуҙы, уға юғары әҙерлекте аңлата», – тигән Рәсәй Президенты. Олег Матыцин шулай пандемия шарттарында ла Өфөләге ярыштың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.
Илдар Байбулатов




