Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Балаҡатай районында Республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышы уҙҙы. Унда төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү юлдары ҡаралды. Андрей Назаров әйтеүенсә, яҡын арала айырым программа ҡабул ителә. Балаҡатай районында ла халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә.
Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында яҡынса 8 миллиард һумға 177 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Ултырышта төбәктә туризм, юл яны сервисы һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә төп иғтибар бирелде.







