Башҡортостандың телсе-ғалимдары өс телле терминдар онлайн һүҙлеген әҙерләй

Интернет-порталда юғары белем биреүгә бәйле башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә төшөнсәләр урын ала. Башҡортостан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әйҙәүсе белгесе, филология фәндәре докторы Гөлназ Йәғәфәрова һүҙлектең башҡортса өлөшөн әҙерләй.

Башҡортостандың телсе-ғалимдары өс телле терминдар онлайн һүҙлеген әҙерләй

         Онлайн һүҙлекте булдырыуҙа 18 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. Проект сайтына инеп теге йәки был термин тәржемәһен тәҡдим итергә кәрәк. Конкурс киләһе йылдың 25 мартына тиклем дауам итә. Башҡорт дәүләт университеты доценты Наилә Әхмәтйәнова һөйләй.

Башҡортостандың телсе-ғалимдары өс телле терминдар онлайн һүҙлеген әҙерләй

         Өс телле юғары белем биреү терминдары онлайн һүҙлеге проекты Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Фото №1 - Башҡортостандың телсе-ғалимдары өс телле терминдар онлайн һүҙлеген әҙерләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ