Республикала йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса ҡала һәм райондарҙағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренә мөрәжәғәт итә ала. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, күсмә осрашыуҙар ҙа ҡаралған.
1 декабрҙә “Бәрҙәм Рәсәй” фирҡәһенең тыуған көнө. Быйыл партия ойошторолоуға 20 йыл. Ошо уңайҙан халыҡты ҡабул итеү ойошторола. Декада 10 декабргә тиклем бара. Осрашыуҙар теҙмәһе менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайтында танышырға мөмкин. Бөгөн Эльвира Айытҡолова “Асыҡ студия” тапшырыуына саҡырылған. Тура эфирҙағы әңгәмә 18 сәғәт 15 минутта башлана. Һорауҙарығыҙ өсөн бәйләнеш телефоны: 285-77-85.







