Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре көн һайын тура элемтәгә сыға. Һәр шишәмбе һәм кесаҙна “Сәләм” тапшырыуында башҡорт телендә эфир ойошторола. Бөгөн Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Ильяс Сәғитов уҙан тәүлектә “Инцидент менеджмент” системаһына килгән мөрәжәғәттәр менән таныштырҙы.







