Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы айырым һаҡланған биләмәгә ошондай исем бирергә тәҡдим итә. Патент алыуға тейешле ғариза ебәрелгән. Был бренд геопарктарҙың имиджын нығыта, тип иҫәпләй ведомство башлығы Рөстәм Моратов. Ул “Янғантауҙағы” инфраструктураны үҫтереү буйынса башҡарылған эштәр менән таныштырҙы.
Министр белдереүенсә, геопарктарҙың статусын һәм эшмәкәрлеген көйләгән федераль ҡанун юҡ. Әле республика парламентында ошо йүнәлештә эш бара. “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктары инфраструктураһын үҫтереүгә 800 миллион һум инвестиция йәлеп итеү паланлаштырыла.







