Рәсәйҙә коронавирустың яңы төрө – “Омикрон” штамы булыуы ихтимал

Был турала сенатор, илдең атҡаҙанған табибы Владимир Круглый белдерҙе. Уның фекеренсә, Мысырҙан ҡайтҡан туристар Омикрон йоҡтороуы мөмкин. Дәүләт етәкселәре халыҡты вакцина яһатырға саҡыра. “Эпидемиологик хәл ҡапыл үҙгәрә ала. Беҙ төрлө ситуацияларға әҙер торабыҙ”, ти Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов. 

Рәсәйҙә коронавирустың яңы төрө – “Омикрон” штамы булыуы ихтимал

Вакцина яһатҡан кешеләр ауырып китергә мөмкин. Әммә улар сирҙе еңел үткәрә. Фәнил Шәмиғолов дауам итә.

Рәсәйҙә коронавирустың яңы төрө – “Омикрон” штамы булыуы ихтимал

Илдә коронавирустан 5 вакцина теркәлгән. Улар Рәсәйҙә һәм донъяла коронавирусҡа ҡаршы булдырылғанберенсе “Спутник V” прививкаһы, шулай уҡ “Спутник Лайт”, “ЭпиВакКорона”, “ЭпиВакКорона-Н” һәм “КовиВак” препараттары. "Мир-19" вакцинаһы "омикрон" штамынан һөҙөмтәле буласаҡ. Был турала Федераль медицина-биология агентлығы етәксеһе Вероника Скворцова белдерҙе. Әле препарат клиникала һынау үтә. 

Фото №1 - Рәсәйҙә коронавирустың яңы төрө – “Омикрон” штамы булыуы ихтимал
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ