Республика башлығы Радий Хәбировтың ошо турала Указы бар. Уға ярашлы, еңеүселәр һәм уларҙың уҡытыусылары 5-әр мең һум ала, призерҙар һәм уларҙың педагогтарына 3-әр мең һум бирелә. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Мортазина әйтеүенсә, дәртләндереү сараһы уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы яңы еңеүҙәргә әйҙәй.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада төбәк-ара кимәлдә 1996 йылдан башлап уҙғарыла.




